-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
26 Август 2019, 16:07

Динестә урам байрамы уҙҙы

Үткән шәмбелә Динес ауылында матур сара – Алтынбай урамы байрамы булды.

Үткән шәмбелә Динес ауылында матур сара – Алтынбай урамы байрамы булды. “Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер” тип исемләнгән байрамға ошо урамда тыуып-үҫкәндәр ҡайтты, ҡунаҡтар килде, бөтә ауыл халҡы йыйылды, ә урам кешеләре уларҙы һый-ниғмәткә тулы өҫтәлдәр, йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алды.Сараны әруахтарға доға ҡылыуҙан башланылар, ошо урамда йәшәп донья ҡуйған бер кешене лә ҡалдырманылар, бөтәһен иҫкә алдылар. Милли кейемдәр кейгән ҡыҙҙар, гармун тартып йыр йырлаған ағайҙар оҙатыуында “Алтынбай” шишмәһенән һыу алып килделәр. Ҡасандыр был урамды тап ошо шишмә исеме менән атаған булғандар. Килгән һәр кешене һыуыҡ, тәмле шишмә һыуы менән һыйланылар. Һуңынан урамдың тарихын һөйләнеләр, бала саҡтағы, йәшлектәге ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларын иҫкә алдылар, иң матур, бөхтә йорттар хужаларын бүләкләнеләр, юбилярҙарҙы билдәләнеләр, урамдың иң өлкән кешеһенә һәм иң кескәй малайға бүләктәр тапшырҙылар. Байрам сәй өҫтәле артында дауам итте, ә бала-саға рәхәтләнеп милли уйындар уйнаны, спорт ярыштарында ҡатнашты.
Читайте нас: