+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
26 Август 2019, 17:12

“Хазина эҙләгәндә”

“Ҡояшлы йәй” йәйге ял программаһы сиктәрендә балалар өсөн саралар циклы аҙағына ла етте.

“Ҡояшлы йәй” йәйге ял программаһы сиктәрендә балалар өсөн саралар циклы аҙағына ла етте.Ул 22 августта “Хазина эҙләгәндә” квест-уйыны менән тамамланды. Балалар батыр, ҡыйыу, әүҙем пираттарға әүерелеп, бик тиҙ арала бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡты. Ике командаға бүленеп, етеҙлектә, тиҙлектә, тапҡырлыҡта һәм иғтибарлылыҡта ярышты улар. Конкурстар эстафеталар, викториналар, ә һуңынан СМФК паркында хазина эҙләү менән алышынып барҙы. Хазина табылды, балалар шат, ә ауыл хакимиәтенән бүләктәр ҡыуаныслы сюрприз булды.Күп функциялы клуб һәм китапхананың бөтә сараларында ла ҡатнашҡан иң әүҙем балаларҙы китапханасы һәм клуб мөдире бүләкләне. Шулай уҡ тауыш биреү ысулы менән “Яратҡан тарихым” конкурсына йомғаҡтар яһау һәм еңеүсене бүләкләү ҙә булды.
Читайте нас в