Ауыл мәҙәниәт йортонда “Дин һәм мәғрифәт” исемле сара үткәрҙеләр, унда дин, тел һәм мәҙәниәттең көнүҙәк мәсьәләләрен ҡаранылар. Бөтәһе лә ҡыҙыҡлы үтте, ҡыҙыу фекер алышыуҙар булды. Ветеран-уҡытыусы Эльмира Зөбәйерова музей экспонаттары нигеҙендә бай материал әҙерләгәйне.