-3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
27 Август 2019, 16:45

“Мөғжизәле кино доньяһы”

24 августың шәмбе кисе Бала Сытырман ауылының күп функциялы клубы майҙанында балалары менән өлкәндәрҙе, йәштәрҙе “Кино төнө” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үткәрелгән “Мөғжизәле кино доньяһы” күңел асыу программаһында йыйҙы.

24 августың шәмбе кисе Бала Сытырман ауылының күп функциялы клубы майҙанында балалары менән өлкәндәрҙе, йәштәрҙе “Кино төнө” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үткәрелгән “Мөғжизәле кино доньяһы” күңел асыу программаһында йыйҙы.Программала ҡатнашыусылар кинематографияның барлыҡҡа килеүен тыңланы, слайдтар ҡараны, балалар эстафетала ярышты, викториналарҙа ҡатнашты, шулай уҡ үҙҙәренең актерлыҡ осталығын да күрһәтә алды. Ауылыбыҙҙа ниндәй талантлы кешеләр йәшәүен быйылғы сығарылыш синыфы уҡыусыларының ата-әсәләре төшөргән видеофильмдан күрергә була ине.Үҙҙәренең музыкаль бүләген “Умырзая” бейеү коллективы ҡыҙҙары күрһәтте. Шәмбе программаһында ҡатнашыусыларға татлы бүләктәр тапшырылды. Сара майҙанда дискотека менән дауам итте.Август һалҡынына ҡарамаҫтан, кисә ҡыҙыу булды!
Читайте нас в