Яңы Михайловкала ауыл байрамы үткәрҙеләр. Уны уҙған шәмбелә күрше Мәләүез районы кешеһе Денис Паньков ойоштороп үткәрҙе. Эйе, тап ошо вайымһыҙ булмаған һәм әүҙем кеше, үҙ ырыуының ысын улы сараны бер нисә быуат элек тәүге “парламентерҙар” булған, рустарҙың ошо башҡорт ерҙәренә күсенеп килеүе тураһында һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан, хәҙерге Федоровка районы Яңы Михайловка ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған ата-бабаларының иҫтәлегенә бағышлаған. Ир кеше шәжәрәһен өйрәнеп, тамырҙарын тапҡан һәм, бына, ата-бабаларының тыуған ерендә бик шәп байрам үткәргән. Ауыл халҡын ҡотларға Динес ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәсим Ғафаров, ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Фәйрүз Ғәлиев килгәйне. Матур концерт номерҙары әҙерләнгәйне, һый-хөрмәттән өҫтәлдәр һығылып торҙо. Яңымихайловкалар үҙҙәре лә әүҙем ҡатнашты.