+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
2 Сентябрь 2019, 13:30

Белем көнө менән!

Хөрмәтле район халҡы, ҡәҙерле уҡыусылар, педагогтар, ата-әсәләр, һеҙҙе мөһим ваҡиға- Белем көнө менән ихлас ҡотлайым!

Хөрмәтле район халҡы, ҡәҙерле уҡыусылар, педагогтар, ата-әсәләр, һеҙҙе мөһим ваҡиға- Белем көнө менән ихлас ҡотлайым!

Ысынлап та был иң сағыу байрам. Уҡыу йылының тәүге көнө- бөтә башланғыстарҙың башы. Нәҡ 1 сентябрҙә әҙәм балаһы беренсе синыфҡа барғанда, әлегәсә таныш булмаған оло тормошҡа тәүге аҙымын яһай, уның алдында киләсәккә ишектәр асыла.

Мәктәп йылдары- тормошта иң мөһим этап, сөнки бында төп белем алабыҙ, холҡобоҙ формалаша, шәхес булабыҙ, тимәк, яҙмышыбыҙ юлын һалабыҙ. Уҡытыусыларҙың бурысы- уҡыусыларға барыһын да аңлатырға, яҡшы белем биреүгә, ата-әсәләргә балаларына терәк- таяныс булырға, педагогтар балаларҙ уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятырға уларҙа тыуған мәктәбенә һөйөү, ихтирам тәрбиәләргә тейеш.

Ошо ҡатмарлы белем эстәү юлығыҙҙа арымай- талмай эшләүегеҙҙе, уҡыуығыҙҙы, көс-дәрт, сәләмәтлек, именлек теләйем. Белем көнө- мәктәпкә барыусы уҡыусылар өсөн иң сағыу, ҡыуаныслы байрам, мәктәп йылдары уңышлы, иҫтә ҡалырлыҡ булһын. Байрам менән! Аҡ юл һеҙгә!


Венер НАСРЕТДИНОВ,

муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: