+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
2 Сентябрь 2019, 18:58

Сәскәләр болотло көндө матурланы

Матурлыҡтан күҙҙәр ҡамашты.

Ысынлап әйткәндә, шундай “илап торған”, һоро көндө, традиция буйынса районыбыҙҙа 31 августа үткәрелеүсе сәскәләр байрамына барғы ла килмәгәйне. Тик район мәҙәниәт йортоноң матур, сағыу, хуш еҫле сәскәләр, йәй бүләктәренән яһалған төрлө-төрлө композициялар менән биҙәлгән фойеһында яңғыраған еңел музыка бөтәһен дә яҡшы яҡҡа үҙгәртте. Бөтәһе лә бик яҡшы кимәлдә үтте. Тирә-яҡтағы матурлыҡтан күҙҙәр ҡамашты, хатта жюри ҙа, тиҙ генә ҡарар сығарырға ҡыйынһынып, залды бер нисә тапҡыр урап сыҡты. Сәскәләр, композициялар конкурсының йомғағын бер нисә номинацияла яһанылар. Был турала гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: