+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
2 Сентябрь 2019, 13:11

Тәүге уҡыу көнө менән, дуҫтар!

Бөгөн, йылы, ысынлап көҙгө көндә районыбыҙҙың бөтә уҡыусылары ла ҡулдарына сағыу гөлләмәләр тотоп мәктәптәргә китте.

Бөгөн, йылы, ысынлап көҙгө көндә районыбыҙҙың бөтә уҡыусылары ла ҡулдарына сағыу гөлләмәләр тотоп мәктәптәргә китте.Мауыҡтырғыс йәйге каникулдар үтте, ә уның менән бергә уҡыусылар һәм студенттар өсөн тәүге уҡыу көнө лә килеп етте. Беренсе синыфҡа барыусылар өсөн был мәктәп, синыфташтары, беренсе уҡытыусылары менән танышыу көнө. Ҡалғандар өсөн – дәрестәр, күнегеүҙәр, өй эштәре еткәнлеген, үҙеңдең үк яҡты киләсәгең өсөн тағы ла тырышып уҡырға, китаптар аҡтарырға кәрәклеген аңлатҡан көн.Бөтә уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә уңыштар, тырышлыҡ, именлек теләйбеҙ.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф. Хәбировтың Бойороҡтарын үтәү маҡсатында 1 сентябрҙән районыбыҙҙың бөтә 1428 уҡыусыһы ла биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсте. Шулай уҡ икенсе сменала уҡыусылар һаны ла әҙәйәсәк.
Читайте нас: