+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
3 Сентябрь 2019, 14:23

Покровкала ғәҙәти булмаған Белем көнө үтте

Байрамда юбилярҙарҙы ла данланылар.

Кисә ошо ауылдың матур мәктәбендә ғәҙәти булмаған Белем көнө үтте. Эш шунда, уҡыусыларҙың тантаналы линейкаһында иллешәр йыл бергә матур ғүмер иткән ғаилә тормошо юбилярҙарын – Ниғмәтуллиндар менән Йосоповтарҙы ла ҡотланылар. Был бик яҡты, күңелле сара булды. Йәшлек менән өлкән быуын бер-береһен бик урынлы тулыландырҙы.

Покровка мәктәбе – районда тышҡы торошо буйынса ла, эске биҙәлеше буйынса ла, ә иң мөһиме – тулы белем алыу өсөн заманса йыһаздар менән тәьмин ителеүе менән дә иң яҡшы мәктәптәрҙең береһе. Был поляр тикшеренеүсеһе, ғалим практик Геннадий Казаниндың тыуған ауылына, ауылдаштарына меценат ярҙамы күрһәтеүе арҡаһында. Мәктәптең уҡытыусылар коллективы ла, уҡыусылары ла ҡул ҡаушырып ултырмай – биләмә ҡаралған, аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултыра.
(Покровка мәктәбендә Белем көнө тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ).


Автор фотоһы.

Читайте нас в