-3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
3 Сентябрь 2019, 16:33

Террор ҡорбандары иҫтәлегенә

Бөгөн районда Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә бағышланған саралар үтә.

3 сентябрь – бөтә террористик акттар ҡорбандары, шулай уҡ ҡотҡарыу операциялары барышында үҙ бурыстарын үтәгәндә һәләк булыусылар буйынса матәм көнө. Бөгөн үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре Рүзәлә Зәбирова Федоровка 2-се мәктәбендә “Терроризм – тыныслыҡҡа һәм кешеләргә янау” теләктәшлек маршы үткәрҙе. Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә бағышланған саралар районыбыҙҙың башҡа мәктәптәрендә лә үтә. Уҡыусыларға Бесландағы бөтә Рәсәй халҡы өсөн ҡара ҡайғы булған, шулай уҡ башҡа илдәрҙәге ваҡиғалар тураһында һөйләйәсәктәр, тынлыҡ минуты менән террорҙар ҡорбандарын хәтергә аласаҡтар, террористик акт хәүефе янағанда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәсәктәр.
Читайте нас в