+7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
4 Сентябрь 2019, 18:32

Бала Сытырман ауылының күп функциялы клубында Хәтер һәм ҡайғы көнө үткәрҙеләр

3 сентябрь Рәсәй календарында Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө булараҡ билдәләнгән.

3 сентябрь Рәсәй календарында Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө булараҡ билдәләнгән. Кисә Бала Сытырман ауылының күп функциялы клубында ошо темаға бағышланған “Беслан фажиғәһе хәтерҙә” тип исемләнгән Хәтер һәм ҡайғы сәғәте үтте.Ҡыҙҙар тотҡондағы ҡыҙҙың көндәлеген, шулай уҡ ошо ҡайғылы көндәрҙә Беслан мәктәбендәге ваҡиғаларҙың хронологияһын уҡыны. Балаларҙы терроризмдың тарихы менән таныштырҙылар, терроризм, террор, террористар һүҙҙәрен аңлаттылар.“Нисек теракт ҡорбаны булмаҫҡа?” – Оля Дегтярева ошондай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре памяткаһын уҡыны һәм алып барыусы менән бергәләп теге йәки был хәлдә үҙ-үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге буйынса фекер алышты.Бәлки, бөтә балалар ҙа 15 йыл элек булған ваҡиғаның ауырлығын аңлап та етмәгәндер, тик ҡорбандарҙың иҫтәлектәрен уҡығанда алып барыусы күҙ йәштәрен тыя алманы. Терроризм тик хәтерҙә генә ҡалһын, балаларыбыҙ ысынбарлыҡта уны бер ҡасан да күрмәһен!
Читайте нас в