-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
30 Июль 2020, 11:43

НТИ Түңәрәк хәрәкәтенең йәйге конференцияһында 1200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты

Йыл һайын үткәрелеүсе осрашыуҙа өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм уҡытыусылары, мәктәп, юғары уҡыу йорттары һәм колледждар уҡытыусылары, технологик энтузиастар, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашты.

Йыл һайын үткәрелеүсе осрашыуҙа өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм уҡытыусылары, мәктәп, юғары уҡыу йорттары һәм колледждар уҡытыусылары, технологик энтузиастар, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашты. Улар түңәрәктәр булдырыу һәм уларға ярҙам итеү, берләшмә менән һөҙөмтәле идара итергә ярҙам итәсәк инструменттарҙы өйрәнеү тармағында тәжрибә уртаҡлашты. БР Мәғариф һәм фән министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конференция эшендә Өфө ҡалаһының өҫтәмә белем биреү берләшмәләре һәм учреждениеларының ун етәксеһе әүҙем ҡатнашҡан.
Өс көнлөк сараны бер юлы 20 Рәсәй ҡалаһында уҙған төбәк көнө асты. Был көн урындағы берләшмәләр вәкилдәренең осрашыу һәм танышыу көнө булды – ҡатнашыусылар технологик энтузиастар берләшмәһен булдырыу һәм үҫтереү тармағында маҡсаттар һәм ихтыяж буйынса фекер алышты.
Ә 25-26 июлдә ике трек һәм түңәрәктәр фестиваленән торған дөйөм онлайн-программа башланды. Ҡатнашыусылар онлайн-дәрестәрҙең үҙенсәлекле форматтарын, автор онлайн-сервистарын, әҙер һанлы инструменттарҙы стандарт булмаған ҡулланыу алымдарын һәм түңәрәк эшендәге башҡа, шул иҫәптән коронавирус пандемияһына яуап булараҡ барлыҡҡа килгән алымдарҙы тәҡдим итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, НТИ түңәрәк хәрәкәте – Технологик энтузиастар Бөтә Рәсәй берләшмәһе. Уның маҡсаты – Рәсәйҙең һәм бөтә донъяның үҫешенә йүнәлтелгән проекттар уйлап сығарырға һәм уларҙы тормошҡа ашырырға, яңы ҡарарҙар һәм технологик компаниялар булдырырға һәләтле эшҡыуарҙарҙың, инженерҙарҙың, ғалимдарҙың, идарасыларҙың киләсәк быуынын булдырыу. НТИ-ҙың маҡсаттары “Фән” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
#ФәнМиллиПроекты
#НТИТүңәрәкХәрәкәте
#ЙәйгеКонференция
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mgazeta.com/
Читайте нас: