“Бизнес-баттл” республика медиапроектының ғаризалар тапшырыу кампанияһы башланды. Тәүге этап 2020 йылдың 1-20 авгусында уҙасаҡ.
Бизнес-баттл – проекттар булдырыуҙа һәм уларҙы үҫтереүҙә эксперттарҙың практик ярҙамы, республиканың алдынғы эшҡыуарҙарынан, бизнес хужаларынан дәрестәр, тәжрибә уртаҡлашыу ул.
Проектта Башҡортостан Республикаһы территорияһында теркәлгән һәм йәшәүсе 18 йәштән өлкәнерәк кешеләр ҡатнаша ала. Ғаризаны 20 авгусҡа тиклем app.delo102.ru/c/bizbatt сайтында тапшырырға кәрәк.
Ҡатнашыусыларҙы бөтәһе дүрт этап көтә. Финалға сығыусылар әҙер бизнес-проекттарын тәҡдим итәсәк. Еңеүсене суперприз, шулай уҡ бағыусыларҙан һәм партнерҙарҙан бүләктәр көтә. Ярыш артынан тәжрибәле эшҡыуарҙар, төбәк бизнесы, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре күҙәтәсәк.
Сара “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә уҙа.
#ЭшҡыуарлыҡИнициативаһынаЯрҙам
#МиллиПроекттарБашҡортостан