+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
14 Август 2020, 11:57

Башҡортостанда тәүге тапҡыр таш оҫталары конкурсы уҙасаҡ

Конкурс Башҡортостанда “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә таш сәнғәтен үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.

Башҡортостан Республикаһының Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының Халыҡ сәнғәте кәсептәре, ауыл һәм экологик туризм үҙәге БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ташсылар араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башлай.
Конкурс Башҡортостанда “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә таш сәнғәтен үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.
Конкурста республика территорияһында таштан изделиелар етештереү буйынса эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр ҡатнаша ала.
Конкурсанттарҙың эштәре биш номинацияла баһаланасаҡ:
-классика һәм заманса таш сәнғәте;
-таш сәнғәте инновациялары;
-сувенирҙар эшләү;
-интерьер һәм ҡулланма тәғәйенләнешендәге предметтар;
-йәш ташсы (23 йәшкә тиклем).
Ҡатнашыуға ғаризалар 2020 йылдың 14 сентябренә тиклем [email protected] электрон адресына ҡабул ителә. Исем-шәрифте, ойошма исемен, номинацияны күрһәтергә кәрәк. Белешмәләр +7 (937) 362-777-4 телефоны буйынса.
Киләһе һылтанмалар аша конкурс тураһындағы положениены, ғариза тултырыу үрнәген таба алаһығыҙ: положение о конкурсе, образец заявки для заполнения #КесеҺәмУртаЭшҡыуарлыҡ
#МиллиПроекттарБашҡортостан
#ТашсыларКонкурсы
Яңылыҡ сығанағы: https://biznestur.bashkortostan.ru/
Читайте нас: