12-19 сентябрҙә “Йәш ғаилә онлайн” онлайн-платформаһында Бөтә Рәсәй йәш ғаиләләр форумы уҙасаҡ.
Дүрт йыл буйына Форум йәш ғаиләләр менән эшләү буйынса төп майҙан булып тора. Ул традицион ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға, йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә, йәш ғаиләләр берләшмәләрен булдырыуға һәм уларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. 2020 йылда Бөтә Рәсәй йәш ғаиләләр форумы “Демография” милли проекты ярҙамында һәм тулыһынса онлайн-форматта уҙасаҡ.
Ҡатнашыусылар өсөн сайт булдырылған. Форум ике төп өлөштән торасаҡ. Шәхси трек үҙ-үҙҙәрен һәм ғаиләнең һәр ағзаһын аңларға теләгән йәш ир менән ҡатын өсөн тәғәйенләнгән. Бында йәш ғаиләнең көнкүреше, конфликттар һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәр, ғаилә психологияһы темалары бар. Социаль трек йәш ғаиләләр берләшмәләре етәкселәре һәм ағзалары өсөн мөһим. Бында йәш ғаиләләр берләшмәләрен булдырыу, уларҙың эшмәкәрлектәренең ҡануниәт буйынса ҡаралған аспекттары һ.б. мәсьәләләр ҡараласаҡ.
Бынан тыш, форумдың дөйөм мәғариф трегында балалы ғаиләләр өсөн “Демография” милли проекты, шул иҫәптән балалар тыуғанда ай һайын түләнә торған пособиелар, әсә капиталы, өҫтәмә төбәк түләүҙәре, ташламалы ипотека һ.б. тураһында белергә мөмкин буласаҡ.
Ҡатнашыусыларға психологтар, табиптар, дин вәкилдәре, сәйәсмәндәр менән ғаилә тормошондағы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса вебинарҙар тәҡдим ителәсәк.
#ДемографияМиллиПроекты
#ЙәшҒаиләОнлайн
Яңылыҡ сығанағы: http://government.ru/docs/38512/
Фото: http://молодаясемья.онлайн/