«ОстроVа-2020» йәштәр слеты Көньяҡ-Сахалинск ҡалаһында старт алды. Проектта ҡатнашыусылар заманса йәмғиәттә йәштәрҙең роле тураһында фекер алышасаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин, слетта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, форумдың мәғариф, хәрби-патриотик проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн мәһим майҙан булып китеүенә өмөтләнеүен белдерҙе.
Сара программаһында Бөйөк Еңеү тураһында диалогтың яңы форматтары буйынса фекер алышыу, РФ тормошонда йәштәрҙең роле темаһына дискуссия. Шулай уҡ ҡатнашыусылар Сахалин өлкәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар эшләйәсәк.
«ОстроVа-2020» Бөтә Рәсәй форумы 4 сентябргә тиклем барасаҡ.
#ПрезидентЭшмәкәрлеге
#ОстроваФорумы
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/