+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
21 Октябрь 2020, 11:22

Башҡортостандан дүрт проект – “Рәсәй ирекмәне” конкурсында

20 октябрҙә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проекттарының береһе – “Рәсәй ирекмәне-2020” Ирекмән башланғыстары Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә халыҡ тауыш биреүе башланды.

20 октябрҙә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проекттарының береһе – “Рәсәй ирекмәне-2020” Ирекмән башланғыстары Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә халыҡ тауыш биреүе башланды.
210 финалист араһында Башҡортостандан дүрт проект та бар. Улар тауыш биреүҙә ҡатнаша. “Сәнғәт менән илһамланған” номинацияһында – Стәрлетамаҡтан 15 йәшлек ирекмән Ростислав Савельевтың “Алтын ҡәләм батыры” һәм Нефтекаманан Светлана Яҡупованың “Музей ирекмәне” проекттары. Шулай уҡ “Киләсәккә ышаныусылар” (Илдус Мөсәлимовтың “Толпар” эҙләү отряды) һәм “Изге эш” (Иглин районынан 11 йәшлек экоблогер Матвей Анискиндың проекты) номинацияларында берәр проект ҡатнаша.
Республика проекттары өсөн үҙ тауыштарығыҙҙы 13 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты менән 23.59 сәғәткә тиклем бирә алаһығыҙ.
Халыҡ тауыш биреүенең һөҙөмтәләре проектты дөйөм баһалауҙың 30 процентын тәшкил итәсәк, ҡалған 70 процент жюри һайлауына бәйле буласаҡ.
Жюри составы, конкурсанттарҙың проекттары менән DOBRO.RU порталында таныша алаһығыҙ, ә инде төрлө номинацияларҙа үҙегеҙгә оҡшаған башланғысты һайлап, уның өсөн https://dobro.ru/vote һылтанмаһы аша үтеп тауыш бирергә мөмкин.
Еңеүселәр исемдәре 5 декабрҙә Милли ирекмән көнөндә билдәле буласаҡ.
“Рәсәй ирекмәне” конкурсы “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлелек” һәм “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
#РәсәйИрекмәне_2020
#МәғарифМиллиПроекты
#СоциальӘүҙемлелек
#МиллиПроекттарФедеральПроекттар
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: http://www.mmpsrb.ru/
Читайте нас: