22 февралдә Оборона министры Сергей Шойгу Дәүләт Думаһында үткәрелгән “дәүләт сәғәтендә” депутаттарға хәрби ведомство эшмәкәрлегенең йүнәлештәре тураһында һөйләне. Депутаттарҙың береһе “Йәш армия” хәрәкәтенең перспективалары менән ҡыҙыҡһынды. Министр илебеҙҙә йәш армиясыларҙың 40 меңдән ашыу булыуын һәм уларҙың артыуын әйтте.
Был хәрәкәткә Фёдоровка егет-ҡыҙҙары ла ҡушылды. Тантаналы рәүештә 25 уҡыусы ант бирҙе һәм йәш армиясы значогына эйә булды. Ошо әһәмиәтле ваҡиға менән уҡыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Э. Сәлишев, йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комитет рәйесе Ғ. Рамаҙанов, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Фёдоровка райондары буйынса хәрби комиссар Р. Кантимиров, Фёдоровка районындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмғиәте рәйесе, запастағы подполковник Р. Ғибаҙуллин йылы ҡотланы. Ысын патриоттар, Рәсәйҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо һағында тороусы намыҫлы яугирҙәр булыуҙарын теләне. Йәш армиясыларҙың гимны яңғыраны.
Был көндә уҡыусылар өсөн йәнә бер мөһим ваҡиға- йыр һәм хәрбиҙәрсә сафта йөрөү смотр-конкурсының зона этабы булды. Фёдоровка 2-се мәктәбе зонаһына инеүселәр команда биреү, сафта йөрөү һәм урында атлау, сафта йөрөү дисциплинаһын, илһөйәрлек тураһындағы йырҙарҙы хор менән башҡарыу оҫталығын күрһәтте. Новоселка ауылынан йыр һәм сафта йөрөү смотр-конкурсында еңеүсе “Русские витязи” командаһы бөтә йыйылыусыларҙы сәләмләне. Уларҙың был конкурста ун йыл рәттән еңеүсе булыуҙарын әйтеп үтергә кәрәк, йыл һайын үҙенсәлекле костюмдары, йырҙы һәм командаларҙы оҫта башҡарыуҙары менән һоҡландыралар.
Ярышыусыларҙың йыр репертуары һәм әҙерлек кимәле төрлөсә ине. Ойоштороусылар һәм жюри әйтеүенсә, сығыштарҙы сағыштырыуы ауыр булды. Һәр команда үҙенсәлеклелеге һәм оҫта хәрәкәттәре менән айырылып торҙо.
Конкурста ҡатнашыусылар илһөйәрлек рухындағы йырҙарҙы һәм ролдәре артистарса, матур башҡарыуҙары менән һоҡландырҙы.
Был конкурстар Новоселка һәм Бала Сытырман мәктәптәре зоналарында ла үтте. Унда уҡыусылар бихисап сағыу номерҙар күрһәтте.