+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
12 Ғинуар 2021, 10:41

Ҡараиҙел районы артистары табиптарға рәхмәт белдерҙе

11 ғинуарҙа халыҡ-ара «Рәхмәт» көнөндә Ҡараиҙел район мәҙәниәт һарайының ижад коллективы «Табиптарға рәхмәт әйт» берҙәм акцияһы сиктәрендә Үҙәк район дауаханаһы территорияһында урындағы медицина хеҙмәткәрҙәренә концерт ойошторҙо.

11 ғинуарҙа халыҡ-ара «Рәхмәт» көнөндә Ҡараиҙел район мәҙәниәт һарайының ижад коллективы «Табиптарға рәхмәт әйт» берҙәм акцияһы сиктәрендә Үҙәк район дауаханаһы территорияһында урындағы медицина хеҙмәткәрҙәренә концерт ойошторҙо. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә һатып алынған автоклуб сәхнәһенән табиптар һәм пациенттар өсөн популяр музыкаль композициялар яңғыраны, шулай итеп ҡатмарлы йылда алдынғы сафтарҙа булғандарға үҙҙәренең рәхмәттәрен белдерҙеләр.
«Кешеләрҙең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ, сираттағы тапҡыр беҙгә ҡатмарлыҡтарҙы еңергә ярҙам иткән артистарға айырыуса рәхмәтлебеҙ, улар беҙҙең генә түгел, пациенттарыбыҙҙың да кәйефен күтәрә. Бергәләп бөтә ауырлыҡтарҙы еңербеҙ, иң мөһиме – хәүефһеҙлек сараларын үтәү һәм үҙ һаулығыңды ҡайғыртыу», - ти Ҡараиҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ғәлин Юнир Нәби улы.
#ҺаулыҡҺаҡлау
#МиллиПроекттар
#ТабиптарғаРәхмәт
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://culture.bashkortostan.ru/
Читайте нас: