-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
4 Март 2021, 14:10

«Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде

2 мартта Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” V республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте.

2 мартта Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” V республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте.
Конкурста республикабыҙ район-ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән 500-ҙән ашыу әүҙем йәмәғәтсе, үҙ эшенең оҫталары булған ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Беренсе турҙы үҙ район-ҡалаһы кимәлендә уңышлы уҙғандар республика майҙанына сыҡты.
Сарала "Уңышлы һәм өлгөлө балалар үҫтергән күп балалы әсә", "Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәт эшмәкәре", "Ҡатын-ҡыҙ – лидер", "Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы", "Ҡатын-ҡыҙ – бизнес-леди", "Ҡатын-ҡыҙ – һөнәр оҫтаһы", "Ҡатын-ҡыҙ – йыл өлгөһө", "Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре", "Йәштәр хәрәкәте лидеры", "Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә" номинациялары буйынса еңеүселәр тәбрикләнде.
Беҙҙең райондың данын был сарала район Мәҙәниәт йортоноң хормейстеры Гөлгөнә Дилмөхәмәтова, Юлдаш ауылының «Ағинәйҙәр» йәмәғәт берләшмәһе етәксеһе Зилиә Ташбулатова һәм Батыр ауылының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Дамира Хәмитова яҡланы. Уларға республика бүләктәре тапшырылды, яҡташтарыбыҙ баш ҡаланан дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән әйләнеп ҡайтты.
Конкурстың төп бүләге – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы “халҡым” тип янып йәшәгән һәм эшләгән, изге ғәмәлдәре менән йәмғиәттә абруй яулаған 14 гүзәл затҡа тапшырылды.
Яңылыҡ сығанағы: https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/
Фотографиялар: Гөлгөнә Дилмөхәмәтова.
Читайте нас: