Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә 24 апрель “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2021” акцияһын үткәрәсәк.
Диктант-2021 ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы.
Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлдәргә бәйле башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 2020 йылда беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта уҙғарғайнылар, быйыл акция йәнә лә онлайн һәм оффлайн форматта уҙасаҡ.
Акцияла ҡатнашыу өсөн
https://bashdiktant.ru/ сайтында теркәлергә, йә смартфонға мобиль ҡушымта ҡуйып алырға кәрәк.
2021 йылдың 24 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Акцияла һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙа ала. Оффлайн форматта дөйөм белем биреү, һөнәри белем биреү ойошмаларында, юғары укыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиеларында, ижтимағи ойошмалар офистарында һ.б. урындарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бар.
Шул уҡ ваҡытта диктантты 2021 йылдың 26 апрель 23:59 сәғ. тиклем
http://bashdiktant.ru рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (
https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.
«Интернет» мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре
https://bashdiktant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын
[email protected] электрон почтаһына 2021 йылдың 26 апреленә 23:59 сәғ. тиклем ебәрергә мөмкин.
Диктант темаһы һәм тексы ойоштороусылар тарафынан билдәләнә.
Диктант тексы ғалим-филологтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән 3 вариантта әҙерләнәсәк: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар Сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәреләсәк.
Акция ҡатнашыусыһы булып енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә, шулай уҡ башҡа хәлдәргә ҡарамаҫтан һәр кеше ҡатнаша ала.
Илшат Абдуллин (“Бүреләр” төркөмө солисты) - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн; Эльвира Айытҡолова («Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе) - башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн; Альберт Исмәғил (Рок-башҡарыусы, “Исмаил” төркөмөнә нигеҙ һалыусы) - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн. Мәғлүмәт сығанағы: https://www.bashinform.ru/