+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
16 Апрель 2021, 08:37

«Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia)- 2021 IX Милли чемпионатының финалына ирекмәндәр йыйыу иғлан ителде

«Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлелек» федераль проекты сиктәрендә 14 апрелдә бөтә Рәсәй буйынса «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia)- 2021 IX Милли чемпионатының финалына ирекмәндәр йыйыу иғлан ителде. Быйыл чемпионат 21-25 июлдә Өфөлә коронавирусҡа ҡаршы сараларҙы үтәү менән уҙасаҡ.

Йәшенә, йәшәү урынына, белеменә һәм һөнәренә ҡарамаҫтан, теләһә кем ирекмән була ала. Бының өсөн https://volunteer.worldskillsufa.ru/ һылтанмаһы аша үтеп теркәлергә кәрәк. Йыйыу 17 майға тиклем дауам итәсәк. Башҡа ҡалаларҙан килгән ирекмәндәргә ойоштороусылар йәшәү урыны бирәсәк, улар өс тапҡыр туҡланыу, страховка, кәрәкле экипировка менән тәьмин ителәсәк.
Ирекмәндәр төрлө йүнәлештәрҙә: чемпионатта ҡаташыусыларҙы һәм уның ҡунаҡтарын оҙатыуҙа, протокол хеҙмәттәре менән эшләүҙә, аккредитацияла һәм теркәүҙә ҡатнашасаҡ. Уларҙың белемдәре һәм тәжрибәләре CityVolonteers мәғлүмәт станцияларын хеҙмәтләндергәндә кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ уларҙың ярҙамы чемпионаттың бөтә майҙансыҡтарының эшен ойошторғанда, асыу һәм ябыу тантаналарында кәрәк буласаҡ.
#МәғарифМиллиПроекты
#СоциальӘүҙемлелекПроекты
#ЙәшҺөнәрмәндәр
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mmps.bashkortostan.ru/
Читайте нас: