-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
23 Апрель 2021, 08:50

«Хәтер баҡсаһы» акцияһы сиктәрендә рәсемдәр конкурсы еңеүсеһе Брест ҡалаһына ағас ултыртырға барасаҡ

«Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлелек» федераль проекты сиктәрендә «Хәтер баҡсаһы» акцияһын ойоштороусылар ағас ултыртырға ғына түгел, уларҙы рәсемгә төшөрөргә лә тәҡдим итә.

«Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлелек» федераль проекты сиктәрендә «Хәтер баҡсаһы» акцияһын ойоштороусылар ағас ултыртырға ғына түгел, уларҙы рәсемгә төшөрөргә лә тәҡдим итә.
Рәсәйҙә күләмле халыҡ-ара инициативаны тормошҡа ашырыу дауам итә. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 27 миллион кеше иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу. Акцияның йәш ирекмәндәре атай-әсәйҙәре менән бергә үҙ ғаиләләренең геройы иҫтәлегенә ағас ултырта, шулай уҡ «Хәтер баҡсаһы балалар күҙлегенән» махсус конкурсында ҡатнаша ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек, пандемия ваҡытында, ҡатнашыусылар, балалары менән бергә ағастар төшөрөп, акцияны социаль селтәрҙәрҙә алып барҙы. Һөҙөмтәлә #СадПамятиДома билдәһе менән 40 мең рәсем барлыҡҡа килде. Иң яҡшы эштәр иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Хәҙер ҡатнашыусылар акцияның партнеры «Рус баҡыр компанияһы» йәмғиәтенән төп приз – Брест ҡалаһына (Беларусь Республикаһы) ғаилә менән туристик сәйәхәт өсөн көрәшәсәк.
Мөһим халыҡ-ара сара Брест крепосы эргәһендә 22 июндә уҙасаҡ. Ул «Хәтер баҡсаһы» акцияһының финалы буласаҡ.
Конкурста ҡатнашыу бик еңел: садпамяти2021.рф картаһында рәсемегеҙҙе урынлаштырып, социаль селтәрҙәрҙә #СадПамятиДома хэштегы менән рәсемегеҙҙең фотографияһын, ғаиләгеҙ тарихын ҡуйығыҙ. Эштәр 1 июнгә тиклем ҡабул ителә. Һәр ҡатнашыусы үҙ геройының исеме менән онлайн-сертификат аласаҡ.
#МәғарифМиллиПроекты
#СоциальӘүҙемлелекФедеральПроекты
#ХәтерБаҡсаһыАкцияһы
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mmps.bashkortostan.ru/
Читайте нас: