+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
27 Апрель 2021, 09:00

Өфөлә Иҙел буйы федераль округының «Илдең йәштәр командаһы» Йәштәр хөкүмәттәре форумы уҙасаҡ

«Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлелек» федераль проекты сиктәрендә 29-30 апрелдә Өфөлә «Илдең йәштәр командаһы» форумы үтәсәк.

«Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлелек» федераль проекты сиктәрендә 29-30 апрелдә Өфөлә «Илдең йәштәр командаһы» форумы үтәсәк.
Форум ике ҙур сараны: Иҙел буйы федераль округының Йәштәр хөкүмәттәренең съезын һәм «XXI быуат лидеры» балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең лидерҙары һәм етәкселәренең Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабын берләштерәсәк.
Съезд Иҙел буйы федераль округының йәш идарасыларының мәғариф, һөнәри һәм шәхси хеҙмәттәшлеге өсөн майҙансыҡ буласаҡ. Йәштәр хөкүмәттәре ағзаларының кәңәшмәһе уҙасаҡ, унда проекттарҙы һәм төбәк башланғыстарын тормошҡа ашырыу тураһында фекер алышасаҡтар, шулай уҡ панель осрашыуы һәм проектлау ҙа буласаҡ.
«XXI быуат лидеры» конкурсында социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыусы, конкурстың муниципаль этабы еңеүселәре булған 14-24 йәшлек халыҡ-ара, дөйөм Рәсәй, төбәк-ара, төбәк һәм урындағы балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләре лидерҙары ҡатнашасаҡ.
Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы исеменән конкурстың федераль этабында ҡатнашасаҡ.
#МәғарифМиллиПроекты
#СоциальӘүҙемлелек
#ИлдеңЙәштәрКомандаһы
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mmps.bashkortostan.ru/
Читайте нас: