«Мин яратам һине, тормош!» өлкән быуын кешеләренең юбилейлы республика фестиваленә йомғаҡтар эшләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль республикабыҙҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эгидаһы аҫтында 2012 йылдан бирле үткәрелә.
Элекке йылдарҙағы кеүек, быйыл да фестиваль зона принцибы буйынса ойошторолған. 2021 йылдың апрель-май айҙарында бөтәһе ете зона этабы үткән. «Торатау» республика Конгресс-холлында фестивалгә йомғаҡлау ултырышы булған.
Конкурстың Гран-при бүләге иң яҡшы концерт программаһын әҙерләгән Дүртөйлө районы муниципаль районына тапшырылды.
Конкурсҡа бөтәһе 350 видеосығыш килгән, уларҙа Башҡортостан Республикаһынан 2500 тирәһе үҙешмәкәр артист ҡатнашҡан.