+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
10 Март 2022, 09:15

Республиканың 20 ҡатын-ҡыҙы дәүләт бүләген алды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсә даны» миҙалы менән бүләкләне. Тантаналы сара Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әсәйҙәргә, атайҙарға һәм балаларға, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү – «Демография» милли проектының мөһим элементы.

         1998 йылдан башлап – тап ошо йылда «Әсә даны» миҙалы булдырылған – юғары дәүләт бүләген Башҡортостандың 8607 күп балалы ҡатын-ҡыҙы алған. Улар иҫәбендә матур байрам көнөндә бүләкләнеүсе 20 ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Улар ғаиләләрендә бөтәһе 102 бала тәрбиәләй.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mintrud.bashkortostan.ru/

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: