+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Июнь 2021, 15:15

Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының Именлек Советы секретары кәңәшмәһендә ҡатнашты

16 июндә Һамарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының Именлек Советы секретары Николай Патрушевтың күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Волга буйы федераль округы төбәктәрендә экологик именлеккә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Федерация субъекттары етәкселәре, федераль министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә шулай уҡ округҡа ҡараған төбәктәрҙә экологик хәлдең киҫкенләшеүенә юл ҡуймау буйынса өҫтәмә саралар ҡаралды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тирә-яҡ мөхиттең, һулар һауаның, һыу ресурстарының, тупраҡтың бысраныуы, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм эшкәртеү проблемаларына туҡталды.
Игорь Комаров билдәләүенсә, округта ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү тәьмин ителде, уларҙы эшкәртеү һәм утилләштереү объекттары сафҡа индерелде. Ул шулай уҡ Волга буйы федераль округында һыу тәьминәте системаһы объекттарын модернизациялауҙың, яңыларын төҙөүҙең дауам итеүе тураһында белдерҙе.
Республика Башлығы сайтынан.
Читайте нас: