+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Июнь 2021, 06:24

Путин Дәүләт Думаһының пандемия осоронда эше туҡталмауын әйтте

VII саҡырылыш Дәүләт Думаһының пандемия шарттарында туҡтауһыҙ эшләүен, аҡсалар тәғәйенләнеше буйынса барып етеүен хәбәр итте ил башлығы Владимир Путин.

Путин Дәүләт Думаһының пандемия осоронда эше туҡталмауын әйтте
Путин Дәүләт Думаһының пандемия осоронда эше туҡталмауын әйтте

“Ун сессияның өсәүһен һеҙгә ауыр шарттарҙа - хәүефле пандемия шарттарында үткәрергә тура килде. Әммә илебеҙ өсөн был ҡатмарлы осорҙа ла закондар сығарыу процесы туҡталманы. Ә ҡайһы бер илдәр улай эшләй алманы”, -тине Владимир Путин 21 июндә үткән етенсе сакҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашыуҙа.

“Минеңсә, закондар ваҡытында ҡабул ителмәгән хәлдә тотош өлкәләр туҡталғанын, төбәктәр үҫеше өсөн мөһим булған, миллионлаған кеше тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән мөһим проекттар һәм программалар бойомға ашырылмай ҡалырын һәр кем аңлайҙыр. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән, әүҙем ҡатнашлығығыҙ арҡаһында пандемия эҙемтәләрен еңеп сығыуға йүнәлтелгән ашығыс рәүештәге  бер нисә сара эшләнелде һәм бойомға ашырылды. Бының өсөн тиҫтәләгән закондарҙы ҡабул итергә кәрәк ине. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: былар эшләнмәгән булһа, аҡсалар кешеләргә, иҡтисад өлкәһенә, предприятиеларға ваҡытында барып етмәҫ ине”,- тип өҫтәне президент.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: РИА Новости.

Читайте нас: