+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Июнь 2021, 08:18

Путин Рәсәй халҡының хәүефһеҙлеген гарантиялай

Халҡының хәүефһеҙлеген һәм тыныслығын гарантиялау өсөн Рәсәй барыһын да эшләйәсәк. Шулай тип белдерҙе ил башлығы Владимир Путин Халыҡ-ара хәүефһеҙлек буйынса үткән туғыҙынсы Мәскәү конференцияһында. Был турала РИА Новости хәбәр итә.

В.Путин әйтеүенсә, Рәсәй үҙенең Хәрби көстәрен камиллаштырасаҡ, дипломатия мөмкинселектәрен файҙаланасаҡ һәм ҡыҙыҡһынған барлыҡ партнерҙар менән диалог алып барасаҡ.

Ул 22 июндә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуының 80 йыллығы билдәләнеүен һәм унан илебеҙ фәһем алыуын әйтте. Быға тиклем президент НАТО-ның Рәсәй сиктәрендә хәрби потенциалды арттырып, диалогтан баш тартыуын белдергәйне. Уның һүҙҙәре буйынса, бындай хәл властарҙы борсоуға һала.

Халыҡ-ара хәүефһеҙлек буйынса конференция Мәскәүҙә 22-24 июндә үтә. Унда оборона ведомстволары, халыҡ-ара ойошмалар һәм Хөкүмәткә ҡарамаған эксперттар ҡатнаша.

Сығанаҡ: LENTA.RU

Читайте нас: