+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Июнь 2021, 09:27

Ҡытай Путин идара иткән ваҡытта Рәсәйҙең сәскә атыуын белдерҙе

Ҡытайҙың Коммунистар партияһы Владимир Путин президент булғанда Рәсәйҙең үҫеш перспективалары бар, тип белдерҙе. Был турала матбуғат конференцияһында Ҡытай Коммунистар партияһының халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге урынбаҫары Го Ечжо әйтте.

"Рәсәй халҡы дәүләт үҫешендә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәште. Беҙ Рәсәйҙең социаль-сәйәси тотороҡлоғоноң, йәшәү кимәленең һәр ваҡыт артыуын күреүебеҙгә шатбыҙ. Беҙ Рәсәйҙең үҫеш перспективаларына тулыһынса ышанабыҙ. Президент Путин етәкселегендә Рәсәй халҡы мотлаҡ рәүештә дәүләт сәскә атһын өсөн маҡсаттарға өлгәшәсәгенә ышанабыҙ", - тине Го Ечжо. Ул Рәсәйгә ҡеүәтле дәүләт булдырыу һәм халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшеүен теләне.

Сығанаҡ: РИА Новости

Читайте нас: