+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Июль 2021, 09:17

Путин Белоруссияға ярҙам итеү дауам итәсәген белдерҙе

Рәсәй Белоруссия халҡына ярҙам итеүен дауам итәсәк. Был турала президент Владимир Путин әйтте.  

Путин Белоруссияға ярҙам итеү дауам итәсәген белдерҙе
Путин Белоруссияға ярҙам итеү дауам итәсәген белдерҙе

Рәсәй Белоруссия халҡына ярҙам итеүен дауам итәсәк. Был турала президент Владимир Путин әйтте. Ул шулай уҡ Мәскәүҙең Белоруссия менән төрлө планлы мөнәсбәттәрен үҫтерергә ниәтләүен белдерҙе. "Мин тағы ла һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтәм: Белоруссия беҙҙең өсөн һәйбәт күрше генә түгел, иң тәүҙә ул - яҡын союздаш",- тине Путин ике ил төбәктәренең онлайн-форумында.

Быға тиклем Рәсәй һәм Белоруссия президенттары Владимир Путин һәм Александр Лукашенко телефон аша һөйләшеп, 1 июлдә үткән ике ил төбәктәренең онлайн-форумында ҡатнашырға килешкәйне. Белорус лидерының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Путин менән Лукашенко "Белавиа" рейсының Рәсәйгә артасағын да һөйләшкән. Улар илдәр араһындағы транспорт бәйләнешен тергеҙеү турһында ла килешкән.

Сығанаҡ: LENTA.RU

 

Читайте нас: