+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Июль 2021, 11:15

Путин хаҡтарҙың артыуын АҠШтың ғәмәлдәре менән бәйләне

АҠШлағы юғары инфляция бөтә донъя иҡтисадында сағылыш табасаҡ, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин иҡтисад мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә.

Алексей Никольский  РИА Новости Путин хаҡтарҙың артыуын АҠШтың ғәмәлдәре менән бәйләне
Путин хаҡтарҙың артыуын АҠШтың ғәмәлдәре менән бәйләнеФото:Алексей Никольский / РИА Новости

АҠШлағы юғары инфляция бөтә донъя иҡтисадында сағылыш табасаҡ, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин иҡтисад мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә.

          «АҠШла, маҡсатлы күрһәткестәре ике процент районында булһа ла, инфляция биш проценттан артып китте. Улар инде ике йыл рәттән бюджеттарын дефицит менән төҙөйҙәр. Был дефицитты нимә менән ҡаплайҙар? Эмиссия иҫәбенә. Инфляция шунан барлыҡҡа килә лә инде», - тип билдәләне Путин.

          Президенттың һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә инфляция ул тиклем ҙур булмаһа ла, барыбер маҡсатлы ориентирҙарҙан сыға. Ул хаҡтарҙың үҫеүе арҡаһында ғәмәлдәрҙе яраҡлаштырырға саҡырҙы.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: