+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Сентябрь 2021, 09:17

Путин ни өсөн карантинға китеүен әйтте

Рәсәй Президенты карантинға киткән, сөнки бер нисә көн элек ковид менән ауырыған хеҙмәткәр менән аралашҡан булған. Был турала Путин "Берҙәм Рәсәй" партияһы етәкселеге һәм хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә хәбәр иткән. Шул уҡ ваҡытта дәүләт башлығы вакцинациянан һуң юғары антиматдәләр һаҡланыуын да билдәләй.

Рәсәй Президенты карантинға киткән, сөнки бер нисә көн элек ковид менән ауырыған хеҙмәткәр менән аралашҡан булған. Был турала Путин "Берҙәм Рәсәй" партияһы етәкселеге һәм хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә хәбәр иткән. Шул уҡ ваҡытта дәүләт башлығы вакцинациянан һуң юғары антиматдәләр һаҡланыуын да билдәләй. "Практикала, тормошта нисек булырын ҡарарбыҙ. Нисек булырға тейеш, шулай булыр һәм "Спутник V" COVID-19-ҙан һаҡлау буйынса юғары параметрҙарын күрһәтер, тип өмөтләнәм ",- тип тамамланы Президент.

 Путин быйыл яҙ коронавирустан "Спутник V" вакцинаһын яһатҡан. Июль аҙағында дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, Кремлдә Президенттың кешеләр менән аралашыуында һаҡланыу саралары үтәлә. Путин менән осрашыр алдынан уның ҡайһы бер әңгәмәселәре ентекле тест үтә, ҡайһы берҙәре карантинға китә, бөтәһе лә ситуацияға бәйле. Песков билдәләүенсә, карантин  дәүләт башлығына эш графигының тығыҙлығын һаҡлап ҡалыуға ҡамасауламай.

Сығанаҡ: РИА Новости.

Путин ни өсөн карантинға китеүен әйтте
Путин ни өсөн карантинға китеүен әйтте
Автор:Гульфия Ахмерова
Читайте нас: