+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Октябрь 2021, 09:47

Путин балалар омбудсмены итеп Львова-Белованы тәғәйенләне

Рәсәй президенты Владимир Путин балалар омбудсмены вазифаһына Мария Львова-Белованы тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ Кремлдең рәсми сайтында баҫтырылған.

Пресс-служба Совета Федерации РФ  РИА Новости Мария Львова-Белова
Мария Львова-БеловаФото:Пресс-служба Совета Федерации РФ / РИА Новости

Рәсәй президенты Владимир Путин балалар омбудсмены вазифаһына Мария Львова-Белованы тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ Кремлдең рәсми сайтында баҫтырылған.

          Мария Львова-Белова вазифаға биш йылға тәғәйенләнә. Указ уға дәүләт башлығы ҡул ҡуйған көндән, 27 октябрҙән башлап ғәмәлгә инә.

          Мария Львова-Белова йәмәғәт эшсәнлеген ирекмән-социаль хеҙмәткәр булып башлай. 2014 йылда ул «Квартал Луи» йәмғиәтен булдыра, был ойошма ғаиләһеҙ ҡалған йәш инвалидтарҙың йәшәүен, белем алыуын, эшкә урынлашыуын оҙатып барыуҙы үҫтереү менән шөғөлләнә.

          2017-2019 йылдарҙа Йәмәғәт палатаһы, 2019 йылдан башлап – «Берҙәм Рәсәй» Генераль советы президиумы ағзаһы. 2020 йылда Львова-Белова Рәсәй президенты ҡарамағындағы Уполномоченный ҡарамағында балалар хоҡуҡтары буйынса Федерация советы вәкиле посын биләгәйне.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: