Форумда башҡа һорауҙар ҙа ҡаралды, партияның һайлау алды программаһы билдәләнде, Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеге раҫланды. Башҡортостан делегацияһын «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров етәкләй. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, республикала алдан тауыш биреү буйынса иң юғары күрһәткес теркәлгән. Праймериз лайыҡлы кандидаттарҙы асыҡлау сараһы булып тора, тине ул.