+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
24 Июнь 2021, 08:47

Балтас районында милли проект ярҙамында торлаҡ мәсьәләһе хәл ителгән

Башҡортостандың Балтас районында Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты ярҙамында авария хәлендәге торлаҡтан күсереү мәсьәләһе хәл ителгән.

Иҫке Балтас ауылының Комсомол урамындағы авария хәлендәге һигеҙ фатирҙың хужалары оҙаҡламай яңы торлаҡ аласаҡ. Был турала муниципалитетта хәбәр иттеләр. Уларға Салапуат Юлаев урамында урынлашҡан яңы йорттан фатир бирәсәктәр.

- Милли проект ярҙамында беҙ райондағы иҫке торлаҡтар мәсьәләһен хәл итәбеҙ. 2019 йылда 38 кеше яңы фатир алды, ошо көндәрҙә тағы ла 23 кеше яңы фатир асҡыстарын аласаҡ. Әле йорт урынлашҡан территорияны төҙөкләндереү эштәре бара,- тип һөйләне район башлығы урынбаҫары Шамил Әсәҙуллин.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: