+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
8 Июль 2021, 08:18

Республика халҡы яңы һөнәргә бушлай өйрәнә ала

Граждандарҙың ярҙамға мохтаж категорияһы «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә ярҙам» федераль проекты иғтибарында.

          Милли проект сиктәрендә граждандарҙың айырым категориялары өсөн Һөнәри уҡытыу һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла. Дәүләт ярҙамы менән 50 йәштән өлкәнерәк кешеләр, балаһын ҡарау буйынса декрет ялында булған, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балаһын тәрбиәләүсе эшһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар, эш эҙләүсе һәм мәшғүллек хеҙмәттәре органдарына мөрәжәғәт иткән граждандар һөнәри белемдәрен замансалаштыра, яңы белгеслек ала ала.

          Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда программа уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның арҡаһында өс меңдән ашыу кеше һөнәри уҡыу үткән һәм өҫтәмә һөнәри белем алған. Әлеге ваҡытта республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған 400-ҙән ашыу кеше яңы һөнәрҙәргә өйрәнә.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: mintrud.bashkortostan.ru

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: