Республика көнө алдынан районда спорт саралары үткәреләсәк.
Улар халыҡ араһында спортты популярлаштырыу һәм пропагандалау, көслө спотсыларҙы асыҡлау һәм райондың йыйылма командаһын комплектлау маҡсатында ойошторола.
Учреждениелар, ойошмалар һәм предприятиелар араһында армспорт буйынса шәхси-команда ярыштары физкультура-һауыҡтырыу комплексында 30 сентябрҙә уҙасаҡ.
Һөҙөмтәләр түбәндәге ауырлыҡ категорияларында баһаланасаҡ: ир-егеттәр-60 кг-ғаса, 70 кг-ғаса, 80 кг-ғаса, 90 кг-ғаса һәм унан күберәк, ҡатын-ҡыҙҙар- 60 кг-ғаса һәм унан күберәк. Командала кәм тигәндә бер ҡатындың булыуы мотлаҡ. Команда беренселеге 5 яҡшы һөҙөмтә буйынса асыҡлана.
Ярыштар иртәнге 10.00 сәғәттә- ирҙәр араһында, 11.30 сәғәттә ҡатын-ҡыҙҙар араһында башлана.
Шахмат турниры “Гамбит” шахмат клубында 7 октябргә билдәләнгән. Ҡатнашыусылар 9.30 сәғәттән теркәлә башлай. Беренсе турҙы асыу һәм йәрәбәләү- 10.00 сәғәттә. Ярыштар швейцар системаһы буйынса үтәсәк. Ваҡыт контроле- һәр ҡатнашыусыға партия аҙағынаса15 минут. Йәрәбәләү компьютер аша буласаҡ. Еңеүселәр һәм призерҙар ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң күп мәрәйҙәр һаны буйынса билдәләнәсәк.
8 октябрҙә өҫтәл теннисы буйынса ярыштар уҙасаҡ. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Табиптың ҡултамғаһы ҡуйылған заявкаларҙы суд коллегияһына килгән көндә тапшырырға мөмкин. Еңеүселәр һәм призерҙар техник һөҙөмтә буйынса билдәләнә. Башлана-10.00 сәғәттә. Үҙегеҙ менән социаль номерығыҙ, шәхесте асыҡлаусы документығыҙ, СНИЛС-ығыҙ булырға тейеш.
Белешмәләр 2-26-51 телефоны буйынса.