+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Октябрь 2017, 11:21

Иң етеҙҙәр еңде

Уҙған йома физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткән район ҡатын-ҡыҙҙар фестивалендә ҡатнашыусылар етеҙлектәрен, мәргәнлектәрен һәм физик сынығыуҙарын күрһәтте.

Стартта-ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре Е. Антипова менән Г. Насирова.
Стартта-ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре Е. Антипова менән Г. Насирова.
Уҙған йома физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткән район ҡатын-ҡыҙҙар фестивалендә ҡатнашыусылар етеҙлектәрен, мәргәнлектәрен һәм физик сынығыуҙарын күрһәтте.

Ярыштарҙа ойошмаларҙан, учреждениеларҙан һәм ауыл биләмәләренән 10 команда һәм шәхси спортсылар ҡатнашты. Быйыл, былтырғы менән сағыштырғанда, ярышырға килеүселәр аҙыраҡ булды. Ауыл биләмәләренән дә 4 кенә команда килде.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, көнәркәшлек һиҙелеп торҙо. Ҡайһы бер ҡатнашыусылар үҙҙәренең һөҙөмтәләре буйынса бәхәскә инергә лә әҙер ине. Ярыштар аҙағына көнәркәшлек ҡыҙа барҙы. Спортты яратыусыларға һәм тренировка үткәндәргә уңыш йылмайҙы.Үҙҙәренең йәш категорияларында, тиңдәшле рәүештә, Д. Асҡарова (үҙәк район дауаханаһы), З. Хәлитова (Үрге Яуыш ауыл советы), М. Ғафарова (Дедово ауыл советы, 18-24 йәшлектәр), Ә. Вахитова (редакция), А. Батманова (МР хакимиәте), А. Кәшәева (МР хакимиәте, 25-34 йәшлектәр), Г. Насирова (ветеринария станцияһы), Н. Пилюкова (МР хакимиәте), А. Рәхимова (Дедово ауыл советы, 35-44 йәшлектәр), Л. Шәрипова (МР хакимиәте), М. Кантимерова (Динес ауылы), С. Нецветаева (үҙәк район дауаханаһы, 45 йәштән өлкәнерәктәр) “Спорт фестивале мисы” исеменә лайыҡ булды. Лена Рәфҡәт ҡыҙы ҡайһы бер ярыштарҙа йәштәрҙән яҡшыраҡ сығыш яһаны һәм ысын оҫталыҡ күрһәтте. Команда зачетында МР хакимиәте командаһы беренселекте яуланы. Үҙәк район дауахана хеҙмәткәрҙәрендә- “көмөш”, 3 урынға гончаровкалар сыҡты. Бөтә еңеүселәр һәм призерҙар- Почет грамоталары, мистар аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.

Һүҙ аҙағында. Коллегабыҙ Әлиә Вахитованың уңыштарына ихлас ҡыуанабыҙ.
Читайте нас: