+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Октябрь 2017, 12:13

Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы

Фёдоровка физкультура-һауыҡтырыу комплексында 2017 йылдың 3 ноябрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы ир-егеттәр спорт фестивале уҙасаҡ. Башлана -10.30 сәғәттә.

Фёдоровка физкультура-һауыҡтырыу комплексында 2017 йылдың 3 ноябрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы ир-егеттәр спорт фестивале уҙасаҡ. Башлана -10.30 сәғәттә.

Сарала ҡатнашыуға райондың ойошмалары, учреждениелары һәм предприятиелары командалары саҡырыла. 18-24, 25-34, 35-44 йәшлектәр һәм 45 йәштән өлкәнерәктәр ярышасаҡ. Үҙегеҙ менән спорт формаһы һәм аяҡ кейеме булырға тейеш.

Фестиваль программаһына дартс, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, тупты ырғытыу, көс гимнастикаһы, ҡайыҡ йүгереү, ҡатнаш эстафета инә һәм “Фёдоровка районы батыры-2017” конкурсы буласаҡ.

Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар менән бүләкләнә, “Фёдоровка районы батыры-2017” конкурсында ҡатнашыусылар, һәр йәш категорияһында беренсе урындарҙы яулаусылар- грамоталар, миҙалдар һәм ал таҫма, призерҙар грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Шәхси заявкалар ярышҡа килгән көндә судь-ялар коллегияһына тапшырыла.

Үҙегеҙ менән паспорт, социаль номер, пенсия страховкаһы таныҡлығы булырға тейеш.

Белешмәләр 2-26-51 телефоны буйынса.

Ойоштороу комитеты.
Читайте нас: