+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ноябрь 2017, 13:32

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер”

Спорт менән даими шөғөлләнгән, үҙен һәйбәт физик формала тотҡандар ГТО комплексы тергеҙелеүе тураһындағы хәбәргә ҡыуанғандыр ғына, моғайын.

Спорт менән даими шөғөлләнгән, үҙен һәйбәт физик формала тотҡандар ГТО комплексы тергеҙелеүе тураһындағы хәбәргә ҡыуанғандыр ғына, моғайын.

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы- илебеҙ халҡын физик тәрбәләү маҡсатында кешеләрҙе һауыҡтырыуға һәм спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән программа һәм норматив нигеҙ булып тора.


Сөнки был дуҫтар менән осрашыу, көсөңдө тикшереп ҡарау, тырышлыҡтарыңдың һөҙөмтәһен күреү өсөн йәнә бер мөмкинлек бит. Ә спорт менән дуҫ булмағандарға, ялҡауланғандарға был физкультура менән шөғөлләнеү өсөн этәргес кенә булып тора.

Районыбыҙҙа ГТО комплексы 2015 йылда индерелде һәм нормалар йылына бер нисә мәртәбә тапшырыла. Барлығы унда 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Районыбыҙ командаһы йыл да ГТО нормаларын тапшырыу буйынса республика ярыштарына бара. Шулай, былтыр райондың йыйылма командаһы почетлы өсөнсө урынға эйә булған. Быйыл сентябрҙә командабыҙ Өфөлә уҙған Беренсе ГТО форумында ҡатнашып, шулай уҡ яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Ауырлығы буйынса өс кимәлдәге нормативтар билдәләнгән. Уларҙы үтәгән өсөн алтын, көмөш һәм бронза значоктары менән бүләкләйҙәр. 2016-2017 йылдар эсендә районда алтын значоктар менән- 19, көмөш менән- 18, бронза менән 13 кеше бүләкләнгән.

Пассив рәүештә булһа ла, спорт менән шөғөлләнгән, ярыштарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышҡан кеше булараҡ, мин дә быйыл ГТО нормативтарын тапшырырға барҙым. Үҙемдең йәш категориямда миңә дүрт- мотлаҡ һәм үҙ теләгем буйынса ла дүрт һынауҙы үтәргә кәрәк ине. Мотлаҡтары: 100 метрға, 2 километрға йүгереү, эскәмйәлә баҫҡан килеш алға бөгөлөү һәм ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү. Һайлау буйынса һынауҙар: урындан оҙонлоҡҡа һикереү, спорт снарядын ырғытыу, арҡаға ятҡан килеш кәүҙәне 1 минут эсендә күтәреү, саңғыла йүгереү, 50 метрға йөҙөү, электрон ҡоралдан атыу, туристик һәләттәрҙе тикшереү менән туристик поход һәм үҙ-үҙеңде ҡоралһыҙ һаҡлау. Нормаларҙы мин көмөш значокҡа үтәнем. Әммә бында туҡтап ҡалырға йыйынмайым. Яҡшыраҡ әҙерләнеп, насарыраҡ килеп сыҡҡан спорт төрҙәре буйынса үҙеңде әҙерләп, нормативтарҙы ҡайтанан тапшырырға мөмкин. Барығыҙҙы ла физкультура менән шөғөлләнергә, ГТО нормаларын тапшырырға саҡырам, сөнки был шәхескә төрлө яҡлап үҫергә, илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләргә, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға булышлыҡ итә.

Белешмә

1930 йылдың 24 мартында “Комсомольская правда” гәзите мөрәжәғәтнамә баҫтырып сығара, унда “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” занчогына хоҡуҡ алыуға Бөтә союз күнекмәләрен үтеүҙе булдырыу тәҡдим ителгән. Һүҙ йәштәрҙең физик әҙерлеген баһалау өсөн берҙәм критерийҙар индереү кәрәклеге тураһында бара. Махсус нормалар һәм талаптар булдырырға, ә нормативтарҙы үтәгәндәрҙе значок менән бүләкләргә тәҡдим ителгән. Комсомолдың яңы инициативаһы йәмәғәтселектә танылыу яулаған һәм Бөтә союз физкультура советының бойороғо буйынса СССР Үҙәк комитеты ҡарамағында ГТО комплексы проекты эшкәртелгән, ул йәмәғәтселек тарафынан ҡаралғандан һуң, 1931 йылдың 11 мартында раҫланған һәм бөтә ил өсөн физик тәрбиә системаһының төп норматив нигеҙе булып киткән.

2014 йылдың 24 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентының “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тураһында” 172-се Указы сыҡҡан һәм 2014 йылдың 1 сентябренән комплекстың бойомға ашырылыуы рәсмиләштерелгән.

(ГТО рәсми Интернет-порталынан).

Әлиә ВАХИТОВА.

Читайте нас: