+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ноябрь 2017, 16:02

Көслөләр еңеү яуланы, пассивтар күпте юғалтты

Спорт-яҡшы кәйеф, физик сәләмәтлек һәм, әлбиттә, көстө, етеҙлекте күрһәтеү, шулай уҡ көнәркәштәр менән ярышыу мөмкинлеге лә.

Маҡсат - алыҫҡараҡ һикереү.
Маҡсат - алыҫҡараҡ һикереү.
Спорт-яҡшы кәйеф, физик сәләмәтлек һәм, әлбиттә, көстө, етеҙлекте күрһәтеү, шулай уҡ көнәркәштәр менән ярышыу мөмкинлеге лә.

Райондың спорт фестивалендә ҡатнашыусылар ҙа ошо фекерҙә. Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан, 3 ноябрҙә, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашыусылар физкультура-һауыҡтырыу комплексында йыйылды. Тик көнәркәшлек әллә ни һиҙелмәне. Быйыл ир-аттарыбыҙҙың күбеһе йыл да үткәрелгән ярыштарға килергә бик теләмәне, әллә килә алманы. Ауыл биләмәләренән юрматылар ғына тулы составта килгәйне. Фёдоровка ауыл советы башлығы Евгений Тыров ауыл биләмәһе исеменән үҙе сығыш яһаны. Район ойошмалары, предприятиелары һәм учреждениелары командалары, шәхси ярышыусылар ҙа әллә ни көнәркәшлек күрһәтмәне. Шулай ҙа ҡайһы бер ярыш төрҙәрендә көсөргәнеш һиҙелеп торҙо. «Дартс менән баскетболда – уңыш нисек йылмайыуға ҡарап, ә башҡа ярыштарҙа еңеү өсөн етеҙлек һәм тәжрибә кәрәк”, - тине сарала ҡатнашыусылар.

Шулай ҙа иң көслөләр еңде. Дартста үҙҙәренең йәш категорияларында С. Чекушин (район хакимиәте), Д. Гусев (ФРЭС), С. Фролов (вет-станция), И. Мөрсәлимов (Фёдоровка 2-се мәктәбе) - «алтын»ға лайыҡ булды.


Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: