+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар 2018, 13:16

атнама һыуыҡҡа ла бирешмәйбеҙ

Ҡышҡы спорт миҙгелен асыу айҡанлы саңғы ярыштары 19 ғинуарҙа Фёдоровка ауылында уҙҙы.

Ҡышҡы спорт миҙгелен асыу айҡанлы саңғы ярыштары 19 ғинуарҙа Фёдоровка ауылында уҙҙы.

Ярыштарҙа ҡатнашырға Новоселка, Батыр, Кирюшкин, Бала Сытырман, Фёдоровканың ике, Ҡораласыҡ, Покровка, Динес, Юлдаш мәктәптәренән уҡыусылар килде.

Йәш категориялары буйынса еңеүселәр исемлеге түбәндәгесә булды: 9 синыфҡа тиклемге ҡыҙҙар араһында- 1 урында- Устинова Ева (Фёдоровка 1-се мәктәбе), 2 урында- Петрова Татьяна (Кирюшкин), 3 урында- Ташбулатова Юлиә (Юлдаш). 10-11 синыф ҡыҙҙары араһында- 1 урында- Кантимерова Зилә, 2 урында- Фәйзуллина Алһыу, 3 урында- Әһлиуллина Гөлназ- барыһы ла Динес мәктәбенән. 9 синыфҡа тиклемге малайҙар араһында- 1 урында- Семенов Ярослав (Кирюшкин), 2 урында- Ульянов Никита (Бала Сытрман), 3 урында- Маркелов Максим (Кирюшкин). 10-11 синыф егеттәре араһында- 1 урында- Курмаев Никита (Фёдоровка 2-се мәктәбе), 2 урында- Васильев Родион (Новоселка), 3 урында- Николаев Дмитрий (Новоселка).

9 синыфҡа тиклемге ҡыҙҙар араһында команда урындары: 1 урын- Кирюшкин, 2 урын- Фёдоровка 1-се, 3 урын Бала Сытырман мәктәптәрендә. 11 синыфҡа тиклемге ҡыҙҙар араһында команда урындары: 1 урын- Динес, 2 урын- Бала Сытырман, 3 урын Фёдоровка 1-се мәктәбендә.

9 синыфҡа тиклемге малайҙар араһында команда урындары: 1 урын- Кирюшкин, 2 урын- Юлдаш, 3 урын Бала Сытырман мәктәбендә. 11 синыфҡа тиклемге егеттәр араһында команда урындары: 1 урын- Новоселка, 2 урын- Фёдоровка 2-се, 3 урын- Бала Сытырман мәктәбендә.

Ә. КӘШӘЕВ,

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры.

Гәрәй ХӘЛИТОВ фотоһы.



Читайте нас: