+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар 2018, 13:13

Һырғалаҡта был көндә ҡыҙыу булды

Ҡар көнө- был ҡыҙыҡлы байрам күптән түгел генә барлыҡҡа килде. Сөнки ололар ҙа, кеселәр ҙә был осорҙо нәҡ ҡарлы булғаны, санала, саңғыла, тауҙан шыуыу, ҡар бәрешеп уйнау һәм ҡарҙан төрлө фигуралар эшләү мөмкинлеге өсөн ярата ла инде.

Тағын әҙерәк һәм... туп - ҡапҡала!
Тағын әҙерәк һәм... туп - ҡапҡала!
Ҡар көнө- был ҡыҙыҡлы байрам күптән түгел генә барлыҡҡа килде. Сөнки ололар ҙа, кеселәр ҙә был осорҙо нәҡ ҡарлы булғаны, санала, саңғыла, тауҙан шыуыу, ҡар бәрешеп уйнау һәм ҡарҙан төрлө фигуралар эшләү мөмкинлеге өсөн ярата ла инде.

2012 йылда Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы был байрамдың инициаторы булып сыҡҡан. Ойоштороусылар фекеренсә, Бөтә донъя ҡар көнө ҡышҡы спорт төрҙәрен һәм сәләмәт тормош рәүеше алып барыуҙы популярлаштырырға тейеш. Традиция буйынса, был көндә төрлө мауыҡтырғыс ярыштар, ҡыҙыҡлы сығыштар була һәм ҡар фестивалдәре үткәрелә. Шулай уҡ ҡарға ҡыуаныу һәм киләһе миҙгелгәсә етерлек тәьҫораттарҙы һаҡлау мөмкинлеген биргән шаян уйындар ойошторола. Ҡар көнөнә бағышланған сара ошо көндәрҙә районыбыҙҙа ла уҙҙы. Уны ауыл халҡы өсөн йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комитет һәм спорт мәктәбе ойоштороп үткәрҙе. Район мәҙәниәт йорто белгестәре музыкаль яҡтан биҙәп, байрам кәйефе өҫтәне.

Уҙған йома элекке беренсе мәктәп эргәһендәге һырғалаҡта Фёдоровка 1-се һәм 2-се мәктәптәренең йыйылма командалары рәхәтләнеп хоккей уйнаны. Һалҡын көндә лә эҫе булды. Көнәркәштәр бер –береһенә бирешмәҫкә, ҡапҡаға гол индерергә тырышты.

Беренсе булып быны 10 синыф уҡыусыһы Роман Воробьев булдырҙы (1-се мәктәп). Бер нисә матчтан һуң Фёдоровка 1-се мәктәбе еңеү яуланы, икенсе урынға ошо уҡ мәктәптең икенсе йыйылма командаһы сыҡты. Фёдоровка 2-се мәктәбе командаһы өсөнсө урынды яуланы.

Шәмбе һырғалаҡта ирҙәр командалары йыйылды. Район хакимиәте, ауыл хужалығы идаралығы һәм ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре иң әүҙемдәре булып сыҡты. Ҡалғандар байрамға саҡырыуҙы ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында инҡар итте.

Район хакимиәте башлығы В. Насретинов исеменән барыһын да Бөтә донъя ҡар көнө менән район хакимиәте урынбаҫары Э.Н. Сәлишев ҡотланы. Спортсыларға сәләмәтлек, уңыштар һәм саф һауала күберәк йөрөүҙәрен теләне. Тантаналы өлөштән һуң быйма кейеп хоккей уйнау башланды. Шайба урынына хоккейсылар бәләкәй генә тупты тәгәрәтте. Ысын хоккейсылар һымаҡ, көнәркәштәренең ҡапҡаһына гол индерҙе. 5:1 иҫәбе менән хакимиәттең өлкән командаһы еңеү яуланы, хакимиәттең йәштәр командаһы- икенсе, ауыл хужалығы идаралығы командаһы өсөнсө урын яуланы.

Уйындан һуң ял итеп алғас, барыһы ла арҡан тартышыуҙа көс һынашты. Район хакимиәте командаһы иң көслөһө булып сыҡты.

Ҡар көнөндә еңеүселәр һәм призерҙар байрамдың атрибутикаһы төшөрөлгән иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Автор фотоһы.
Читайте нас: