+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2018, 16:08

Елдән етеҙерәк елделәр

Теге аҙнала Фёдоровкала “Рәсәй саңғы юлы -2018” спорт ярышының традицион этабы уҙғарылды.Ҡояшлы көндә физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында йәш саңғысылар, спорт ветерандары йыйылды. Улар үҙҙәрен стартҡа әҙерләне, күнекмәләр яһаны.

Ярыш башланыр алдынан спортсыларҙы сәләмләү телмәре менән район башлығы В.Ф. Нас-ретдинов сығыш яһаны. Ул барыһын да ошо матур спорт байрамы менән ҡотланы, күтәренке кәйеф, ҡоростай сәләмәтлек, еңеүҙәр теләне.

Старт бирелеү менән саңғысылар бер-береһен уҙышып, ярыша башланы. Һәр йәш төркөмө өсөн тейешле дистанциялар һайланғайны. Кем нисек булдыра ала, шулай финишҡа ынтылды. Судьялар еңеүселәрҙе билдәләгәнсе, спортсылар эҫе сәй эсте.

Райондың ун дүрт ауыл биләмәһенең тик алтауһынан ғына саңғысылар килгәйне. Был Бала Сытырман, Балыҡлы, Дедово, Фёдоровка, Үрге Яуыш, Тәнәй ауыл биләмәләре спортсылары. Ике ауыл биләмәһе башлығы, район хакимиәте башлығы ла, башҡаларға өлгө күрһәтеп, саңғыға баҫты. Михайловка һәм Динес ауыл биләмәләре башлыҡтары бергәләшеп Динестә шундай уҡ сара үткәргән.

“Рәсәй саңғы юлы -2018” спорт ярышында эске эштәр бүлеге, 92-се янғын һағы, Газпром, элемтә узелы, район хакимиәте, район дауаханаһы, ветстанция хеҙмәткәрҙәре, Фёдоровканың “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһы педагогтары ла ҡатнашты.

Спорт байрамы еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланды.

Саңғы ярышында ҡатнашыусыларҙан тыш, көйәрмәндәр ҙә был саранан ҡәнәғәт ҡалды, барыһы ла күтәренке кәйефтә таралышты.

Быға тиклем бер көн алдан “Рәсәй саңғы юлы -2018” сараһы сиктәрендә Фёдоровка 1-се һәм 2-се мәктәптәре спортсылары ла саңғы ярышында ҡатнашты.

Еңеүселәрҙең исемдәрен атап үтәбеҙ:

ирҙәр араһында беренсе урынды Оло Сытырмандан Талха Әхмәров алды. Саңғы спорты ветеранына 60 йәш, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул йәш көнәркәштәрен етеҙ генә үтеп китте. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһынан Марина Николаева беренсе булды. Үрге Яуыштан алты йәшлек Әмирхан Дашкинға, иң йәш ҡатнашыусы булараҡ, миҙал тапшырылды.

Мәктәп уҡыусылары араһында урындар түбәндәгесә бүленде:

Егеттәр төркөмөндә беренселекте Вадим Балянов (1-се мәктәп) алды, икенсе урында – Илгиз Ниғмәтуллин (2-се мәктәп), өсөнсө - Рәмзил Йосопов (1-се мәктәп).

Ҡыҙҙар араһында Элина Дашкина иң етеҙе булды, Алина Сиразетдинова икенсе булды, өсөнсө урынды Илнара Ниғмәтуллина алды (өсөһө лә 1-се мәктәптән).

Малайҙар төркөмөндә Рөстәм Йосопов еңде, икенсе урында - Игорь Елисеев, өсөнсө - Александр Чагодаев (бөтәһе лә 1-се мәктәптән).

Ҡыҙҙар төркөмөндә беренсе урын Ева Устиновала, икенсе – Оксана Ключенковала, өсөнсө - Елена Сементеевала (1-се мәктәптән).


Татьяна ИВАНОВА әҙерләне.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: