+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Февраль 2018, 11:41

Аграрийҙар ял итте, аралашты

Районыбыҙҙа тәү мәртәбә ауыл хужалығы эшселәре өсөн Спартакиада уҙғарылды. Фёдоровка физкультура-һауыҡтырыу комплексында биш команда ярышты. Аграрийҙар кемдең иң көслө, етеҙ булыуын ғына асыҡлап ҡалманы, көндәлек мәшәҡәттәренән иркенләп ял итте, аралаш-ты.

Спартакиадала ҡатнашыусыларҙы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Нурфәйез Насретдинов йылы сәләмләне. Ул барыһын да байрам менән ҡотланы, уңыштар, еңеү, спорт рухы, күтәренке кәйеф теләне.

Артабан агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре сәләмәт тормош рәүеше алып барыуҙарын, спорт менән дуҫ булыуҙарын күрһәтте. Илнур Сабитов (М.В. Фрунзе ис. кооператив) тупты баскетбол кәрзиненә ырғытыуҙа беренсе урын алды, икенсе урында- Рим Ниғмәтуллин (фермерҙар йыйылма командаһы), район ветеринария хеҙмәтенән Сергей Фролов өсөнсө урынға сыҡты.

Гер күтәреү буйынса беренсе урында- Сәғит Дәүләтбаев (“Маяҡ” йәмғиәте), Илнур Кантимеров (М.В. Фрунзе ис. кооператив)-икенсе, Александр Сальников (ауыл хужалығы идаралығы) өсөнсө урында.

Оҙонлоҡҡа һикереүҙә Илнур Кантимеров (М.В. Фрунзе ис. кооператив)чемпион булды, Ринат Ғәлиев (М.В. Фрунзе ис. кооператив)- икенсе, Булат Насиров (фермерҙар йыйылма командаһы) өсөнсө урында.

Дартста урындар түбәндәгесә булды: Булат Насиров (фермерҙар йыйылма командаһы)- беренсе, Рауил Әбдрәшитов (ауыл хужалығы идаралығы)- икенсе, Сәғит Дәүләтбаев (“Маяҡ” йәмғиәте) өсөнсө урында.

Бөтә командалар ҙа волейболда ҡыҙыҡлы уйын күрһәтте. Фермерҙарҙың йыйылма командаһы еңеү яуланы. Арҡан тартышыуҙа фрунзеләр еңде.

Йыйылған балдар буйынса М.В. Фрунзе ис. кооперативтың агросәнәғәт комплексы эшселәре Спартакиада чемпионы булды. Икенсе урында- фермерҙар йыйылма командаһы, өсөнсөлә- маяҡтар, дүртенсе һәм бишенсе урындарҙы район ветеринария хеҙмәте һәм ауыл хужалығы идаралығы белгестәре, тиңдәшле рәүештә, үҙ-ара бүлеште.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: