+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Март 2018, 12:38

Етәкселәр спорт залында осрашты

Биатлонсыларыбыҙ Финляндияла чемпион исеме өсөн көрәшкән мәлдә, 10 мартта физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт ярыштары барҙы.

Ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм идарасылары, район учреждениелары, ойошмалары, предприятиелары һәм хужалыҡ етәкселәре спорт фестивалендә үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте.

Ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы спорт программаһы әҙерләнгәйне. Улар дартста һәм баскетбол кәрзиненә туп ырғытыуҙа - мәргәнлектәрен, ҡайыҡ йүгереүҙә һәм урындан оҙонлоҡҡа һикереүҙә- етеҙлектәрен, арҡыры бурсала күтәрелеүҙә (ир-егеттәр) һәм ятҡан килеш кәүҙәне күтәреүҙә (ҡатын-ҡыҙҙар) сыҙамлыҡтарын күрһәтте. Һөҙөмтәләр ике йәш категорияһында (ир-аттар араһында 45 йәшкәсә һәм 45 йәштән өлкәнерәктәр) ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырым (40 йәшкә тиклем һәм унан өлкәнерәктәр) үтте. Ярыштар дуҫтарса мөхиттә үтһә лә, һәр кем «бик яҡшы» сығыш яһарға тырышты. Айырыуса был ярыштар аҙағында һиҙелде.

Дөйөм зачетта 40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында Татьяна Матушкина (Тәнәй ауыл советы), Оксана Русакова (Фёдоровка ауыл советы) һәм Розалия Сәйфуллина (Динес ауыл советы) иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. 40 йәштән өлкәнерәктәр араһында Ирина Васильева (Бүләкәй ауыл советы), Наталия Канарова (Разин ауыл советы), Наталья Мирофанова (Гончаровка ауыл советы) I-III урындарҙы яуланы.

45 йәшкә тиклемге ир-аттар араһында Булат Насиров (Балыҡлы ауыл советы), Венер Насретдинов (МР хакимиәте) һәм Эдуард Сәлишев (МР хакимиәте) еңеүсе булды. 45 йәштән өлкәнерәктәр категорияһында Геннадий Балянов (Бүләкәй ауыл советы), Булат Сиразетдинов (мәҙәниәт бүлеге) һәм Илшат Дашкин (ветстанция) иң көслөләре булды.

Г. РАМАЗАНОВ, йәштәр эштәре һәм спорт
Читайте нас: