+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Апрель 2018, 11:16

Тик еңеүгә көйләнгәйнеләр

Саңғы миҙгеле аҙағына яҡынлашты. Ошо көндәрҙә уның ябылыуына арналған саңғы ярыштары уҙҙы.

Ярыштарҙа райондың белем биреү учреждениеларынан мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Был көндә һауа торошо спортсыларҙы ҡыуандырҙы һәм саңғы яратыусылар стартҡа сыҡты. Һәр йәш категорияһына дистанциялар бүленде. Тәүге булып кесе синыфтар старт алды, өлкән синыфтар ярышты тамамланы.

Еңеүселәр һәм призерҙар:

1 км дистанцияһында (бәләкәй ҡыҙҙар араһында) 1 урында - Бала Сытырмандан Айгүзәл Собханғолова, икенсе - Айгизә Ирғәлина, өсөнсө- Юлиә Ташбулатова (икеһе лә Юлдаштан);

2 км дистанцияһында (ҡыҙҙар араһында) 1- урында Бала Сытырмандан Айгүзәл Собханғолова, икенсе - Мария Семенова, өсөнсө - Екатерина Николаева (икеһе лә Новоселканан);

2 км дистанцияла (малайҙар) 1 урында Бала Сытырмандан Никита Ульянов, икенсе - Юлдаштан Рөстәм Зәйнәғәбдинов, өсөнсө - Бала Сытырмандан Нур Солтанғолов;

3 км дистанцияла (егеттәр) 1 урында - Никита Курмаев (Фёдоровка 2-се мәктәбе), икенсе - Артур Хамматов (Новоселка), өсөнсө - Никита Ульянов (Бала Сытырман).

Командалар араһында Юлдаш (ҡыҙҙар һәм малайҙар төркөмө), Новоселка (ҡыҙҙар төркөмө), Фёдоровка 2-се мәктәбе (егеттәр төркөмө) саңғысылары беренселекте яуланы. Еңеүселәр һәм призерҙар миҙалдар, Почет грамоталары менән бүләкләнде, командалар кубоктарға эйә булды.

Икенсе көндә саңғы спортын яратыусы район предприятиелары һәм ойошмалары ағзалары көс һынашты. Динес ауыл советы ауыл биләмәһе, 92-се янғын часы, газучастка хеҙмәткәрҙәре, Михайловка, Үрге Яуыш ауыл советтары ауыл биләмәләре, үҙәк район дауаханаһы командалары сығыш яһаны. Шәхси зачетта ҡатнашыуға Анатолий Барышников (суд приставтары хеҙмәте) заявка бирҙе.

Саңғысылар тик еңеүгә көйләнгәйне. Көйәрмәндәр уларҙы көслө тауыштары менән ҡеүәтләндереп торҙо. Саңғысылар йәш категорияларына ҡарап, төрлө дистанция үтте. 35 йәштән, 46-нан 55 йәшкә, 55 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар 1 км йүгерҙе. 35 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ 46-55 йәшлек һәм 55 йәштән өлкәнерәк ир-аттар 2 км йүгерҙе. 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр 3 км йүгерҙе. Һәр төркөмдә Елена Селиверстова (Динес ауыл советы ауыл биләмәһе), Айҙар Ҡотлогилдин (Бала Сытырман ауыл советы ауыл биләмәһе), Разалия Сәйфуллина (Динес), Илдар Ниғмәтуллин (92-се янғын часы), Лилиә Хөснөтдинова (үҙәк дауаханаһы), Анатолий Барышников (Фёдоровка), Зәлиә Кантимерова (Динес), Талха Әхмәров (Бала Сытырман) чемпион булды. Командалар араһында урындар түбәндәгесә бүленде: 1 урында - динестәр, икенсе - район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, өсөнсө урында Юлдаш ауылы саңғысылары (Михайловка ауыл советы ауыл биләмәһе). Еңеүселәргә һәм призерҙарға тантаналы рәүештә спорт мәктәбе һәм йәштәр эштәре, спорт һәм туризм комитеты миҙалдар һәм Почет грамоталары тапшырҙы.

Татьяна ИВАНОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: