+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Апрель 2018, 11:12

Ветерандар осрашыуы

Ул физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды. Иптәштәр матчына Бала Сытырман, Һәйет, Оло Сытырман, Аҡбулат һәм Фёдоровка ауылдарынан төрлө йәштәге спортсылар килде.Футболсыларҙың иң йәшенә - 47, иң өлкәненә 60 йәш ине. Районыбыҙ спортсылары менән осрашыуға хатта Мәләүез ҡалаһынан да килделәр. Төрлө йәштәге ике тиҫтәнән ашыу спортсы рәхәтләнеп туп тәгәрәтте, ял итте, аралашты. Райондың мини-футбол буйынса йыйылма командаһының тәьҫораттары еңеү яулағандағынан да кәмерәк булманы. Көнәркәштәр менән осрашыуға көс табыу-үҙенсәлекле сираттағы еңеүгә бәрәбәр.Ошо көндәрҙә Ҡарағош ауылынан ветеран- волейболсылар командаһы килгәйне. Иптәштәр матчы физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙҙы. Был осрашыуҙы ойошторорға ҡунаҡтар тәҡдим итте. Бында уйын иҫәбе мөһим түгел. Уйындарҙа ҡатнашыусылар бындай ярыштарҙы йышыраҡ үткәрергә һүҙ ҡуйышты.Спорт менән төрлө йәштә лә шөғөлләнергә була, иң мөһиме- уны яратырға кәрәк. Ғ. РАМАҘАНОВ,йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комитет рәйесе.

Ул физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды. Иптәштәр матчына Бала Сытырман, Һәйет, Оло Сытырман, Аҡбулат һәм Фёдоровка ауылдарынан төрлө йәштәге спортсылар килде.

Футболсыларҙың иң йәшенә - 47, иң өлкәненә 60 йәш ине. Районыбыҙ спортсылары менән осрашыуға хатта Мәләүез ҡалаһынан да килделәр. Төрлө йәштәге ике тиҫтәнән ашыу спортсы рәхәтләнеп туп тәгәрәтте, ял итте, аралашты. Райондың мини-футбол буйынса йыйылма командаһының тәьҫораттары еңеү яулағандағынан да кәмерәк булманы. Көнәркәштәр менән осрашыуға көс табыу-үҙенсәлекле сираттағы еңеүгә бәрәбәр.

Ошо көндәрҙә Ҡарағош ауылынан ветеран- волейболсылар командаһы килгәйне. Иптәштәр матчы физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙҙы. Был осрашыуҙы ойошторорға ҡунаҡтар тәҡдим итте. Бында уйын иҫәбе мөһим түгел. Уйындарҙа ҡатнашыусылар бындай ярыштарҙы йышыраҡ үткәрергә һүҙ ҡуйышты.

Спорт менән төрлө йәштә лә шөғөлләнергә була, иң мөһиме- уны яратырға кәрәк.

Ғ. РАМАҘАНОВ,

йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комитет рәйесе.


Читайте нас: