+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Апрель 2018, 11:14

Йәнә бер миҙал өҫтәлде

Салауат ҡалаһында 21-22 апрелдә уҙған ауыл спорт уйындары фестивалендә тренер И.К. Исхаҡов етәкселегендәге районыбыҙ гер күтәреүселәренең йыйылма командаһы ҡатнашты.

Спортсылар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Алмаз Фәйзуллин (70 кг-ға тиклем ауырлыҡта) һәм Айнур Вәлитов (80 кг-ға тиклем) Башҡортостан чемпиондары булды. Шәхси зачетта Карина Астафьева сығыш яһаны, ул беренсе өлкәндәр нормативын үтәне. Ҡыҙ 16 кг герҙе 90 тапҡыр күтәрҙе. Районыбыҙ командаһы 6 урын яуланы.

Апрелдә гер күтәреүселәр БР атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре Г.А. Әғзәмовтың иҫтәлегенә арналған милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса республика фестивалендә булды. Гер спорты буйынса ярыштарҙа Айнур Вәлитов менән Максим Белов үҙ ауырлыҡ категорияларында икенсе урынды яуланы.

Февраль башында Рыбинск ҡалаһында (Ярослав өлкәһе) гер спорты буйынса Рәсәй беренселегенә ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында ярыштар уҙҙы. Республиканың йыйылма командаһы составында Карина Астафьева менән Максим Белов та ҡатнашты. Улар тәүге иң яҡшы ун спортсы иҫәбенә инде. Уҡыу йылы башынан райондың йыйылма командаһы 18 миҙал яуланы. Был сик түгел. Әле спортсылар яҡын арала Күмертау ҡалаһында уҙасаҡ Республика турнирына йыйына. Белов Максим гер спорты мастеры нормативтарын башҡарыуға ныҡлы әҙерләнә.

Татьяна ИВАНОВА.
Читайте нас: